киләсе тапшыру

кыска дулкыннар

Казан вкт   kHz|m
0700-0800  6000|49
0700-0800  7285|41
0900-1000  
9535|31
1900-2000  9545|31
1900-2000 11720|25

2300-2400  7530|41

партнерлар
 


башкортстан

Уттан-һыуҙан ҡурсаланыу

18.05.2010

Башҡорт әҙәбиәте классигы Баязит Бикбай һүҙҙәре менән әйткәндә, кешелекте 4 нәмә йәшәтә - Ер, Ут, Һыу, Һауа. Ер бысрана, һауа боҙола бара, ә һыу менән утты әҙәм балаһы донъя йәшәтеүсенән бигерәк, фажиғә килтереүсе булараҡ таный башланы.

Сәбәбен ҡайҙан эҙләргә. Моғайын үҙебеҙҙәндер. Эскән килеш һыуға сумырға шайтандан башҡа кем ҡоторта һуң. Йәки урманда ял иткәндә тәмәке төпсөгө ташлау, усағыңды һүндермәгән өсөн Пушкин йәки Баязит Бикбай бит ғәйепле түгел.

Көндәрҙең йылы һәм ямғырһыҙ тороуын файҙаланып, халыҡ ял көндәрен, буш ваҡыттарын йылға-күл буйҙарында уҙғара. Әммә артыҡ кәйефләнеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү төрлө фажиғәләргә алып килә. Иҫереп алып һыу ингәндә, Белорет районында ике кеше батып үлә. Йыл башынан иһә 20 кешенең ғүмере өҙөлгән. Яңауылда иһә бер юлы 5 кеше бәхетле осраҡ арҡаһында ғына яҡты донъя менән хушлашмай.

Әйткәндәй, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы ҡанунға төҙәтмәләргә ярашлы, пляждарҙар спиртлы эсемлектәр, шул иҫәптән һыра эскән өсөн 1 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Иҫерек килеш һыу инеү ҙә ошо уҡ суммаға барып баҫасаҡ. Әлегә бындай ҡылыҡтар өсөн штраф 300 һумдан артмай ине.



Безнең язмаларны Facebook челтәрендә дә күзәтеп бара аласыз. 
Язмада хата күрсәгез, безгә хәбәр итегез: azatliq@rferl.org

бу форум ябык
     
фикерләр
бу форумда әлегә фикер юк, башлап яз